Әсә... Ниндәй бөйөк исем...
Нимә етә әсә булыуға?!
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы,
Сибәрлеге әсә булыуҙа.
Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙы, йылылыҡ бар. Әсәй - һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул. Сабыйҙың иң беренсе әйткән һүҙе - әсәй. "Тейенкәй" балалар баҡсаһы "Күбәләктәр" төркөмө тәрбиәләнеүселәре ҡәҙерле әсәй, өләсәйҙәрҙе ҡотлап шиғырҙар ятланылар, ысын күңелдән бүләктәр эшләнеләр.
Ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр! Байрам һеҙгә бәхет, сәләмәтлек килтерһен.Көнөгөҙ гел шат булһын. Йылдың һәр бер көнө һеҙгә - әсәйҙәр байрамы булһын!
Comentários