top of page
Поиск

Шашка - иң яҡшы уйын

  • tagirova-19855
  • 11 янв. 2021 г.
  • 1 мин. чтения

Обновлено: 2 февр. 2023 г.

Беҙҙең балалар баҡсаһында өлкән һәм әҙерлек төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре араһында шашка турниры үтте. Был сараның маҡсаты-мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың интеллектуаль үҫеше, был уйынға ҡыҙыҡһыныу, баланың фекерләүен үҫтереүсе шарттар булдырыу. Турнир тантана атмосфераһында бөтә ҡағиҙәләр буйынса үтте. Шахмат таҡталарында мәктәпкә әҙерләнеүсе һәм өлкән йәштәге балалар көрәште. Жюри ағзалары шашка көрәшенең дөрөҫлөгөн иғтибар менән күҙәтеп барҙы. Бәләкәй спортсылар интеллектуаль уйынға етди ҡараш, аҡылдың етеҙлеге һәм аҙымдарҙы иҫәпләй белеүе менән хайран ҡалдырҙы. Ярыштарҙа ҡатнашыуға улар ҙур яуаплылыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Иң оҫталар еңеүсе булды, еңелеүселәр генә булманы – турнирҙа ҡатнашыусылар дипломдар һәм ҡатнашыу тураһында сертификаттар , ыңғай тәьҫораттар алды һәм шашкала уйнауҙы камиллаштырыуға киләһе аҙым яһаны

Турнирҙа еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ..

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө

1 урын- Маннапова Арина

2 урын - Салихов Идель

3 урын – Гумеров Даниэль




 
 
 

Comments


2.jpg
monrb-bot.png
313749a66c.png
WhatsApp Image 2023-01-12 at 06.32.55.jpeg
my_vk.png
persondeti.png
zx-3-2048x782.jpg
  • Facebook
  • Twitter
  • Instagram
bottom of page