top of page

Добро пожаловать!

1643027647_19-adonius-club-p-klipart-deti-na-prozrachnom-fone-19.png

Уважаемые гости моего сайта!


Я очень рада приветствовать Вас на страницах моего сайта!   Мой сайт предназначен для коллег, родителей и детей. Я надеюсь, что посетив его страницы, вы найдете для себя что - новое, интересное и полезное. 

Кто в мир дошкольный вдруг попал,

Остался сердцем там навеки.

Ничто не важно в жизни так,

Как эти маленькие дети.

И воспитатель их ведет

По первой жизненной дороге.

На все вопросы "что?" да "как?"

Найдут ответы педагоги.

И для родителей всегда

Готовы добрые советы.

Ведь для детишек мы живем

На этой солнечной планете.

pic.gif

Рәхим итегеҙ!         Добро пожаловать!

Һаумыһығыҙ!

Һеҙҙе сайтым биттәрендә сәләмләүемә бик шатмын! Минең сайтым коллегалар, ата-әсәләр һәм балалар өсөн тәғәйенләнгән. Уның биттәрен ҡарап, үҙегеҙ өсөн яңы, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр табырһығыҙ, тип ышанам.

 

Здравствуйте!

Я очень рада приветствовать Вас на страницах моего сайта!   Мой сайт предназначен для коллег, родителей и детей. Я надеюсь, что посетив его страницы, вы найдете для себя что- то новое, интересное и полезное. 

                                                                       Ер йөҙөндә бик күп һөнәрҙәр бар,

                                                                 уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә яҡшы.

                                             Әммә иң изге, иң кәрәкле һәм иң мөғжизәле - ул

                                                                                      әлбиттә, минең эшем.

Ни өсөн мин тәрбиәсе һөнәрен һайланым? Ни өсөн бөгөнгө көнгө ҡәҙәр уға тоғро ҡалам? Эшемде алмаштырып та ҡараным, әммә балалар баҡсаһына кире әйләнеп килдем. Сөнки был донъялағы минең тәғәйенләнешем ... Был һөнәрҙе мин түгел, ә ул оҙаҡ, түҙемле һәм ныҡышмалы рәүештә мине һайланы.

      Минең өсөн һөнәрем – донъяны нисек бар шулай ихлас ҡабул иткән бала саҡ, көн һайын әкиәт һәм фантазия илендә ҡалыу. Шул ваҡытта тәрбиәсе һөнәреңең мөһимлеге тураһында уйланһаң, һинең күҙҙәреңә ниндәйҙер яңылыҡ белергә теләп баҡҡан, һәр һүҙеңде, ҡарашыңды, һәр хәрәкәтеңде күҙәтеп, отоп алырға тырышҡан кескәйҙәрҙе күреү үҙе бәхет булыуына төшөнәһең. Сабыйҙарҙың эскерһеҙ күҙенә ҡарап һин уларға кәрәклегеңде, улар өсөн тотош бер донъя булыуыңды аңлайһың, уларҙы һөйөүеңә сорнайһың, йөрәгеңдең йылыһын бүлеп бирәһең.

  Көн һайын эшемә ашҡынып барам, балалар менән аралашыуҙан сикһеҙ кинәнес кисерәм. Улар менән мин барлыҡ проблемаларымды онотам, арығанымды ла һиҙмәйем, тап кескәйҙәр мине ижади эшләүгә этәрә лә инде. Балалар менән бер ваҡытта ла күңелһеҙ булмай, көн дә бер яңылыҡ, ҡыҙыҡлы хәл булып тора, яңы донъя, яңы тормош асыла. 

    Мин үҙ өҫтөмдә ныҡлы эшләйем һәм оҫталығымды арттырам. Заман менән бергә атларға тырышып, инновацион технологиялар үҙләштерәм, традицион булмаған алымдар ҡулланам, әммә бер ваҡытта ла халҡыбыҙҙың изге, быуаттарҙан-быуаттарға күсә килгән халыҡ ижадынан тайпылмайым. Шуларҙың береһе- әкиәт. Эшемдә әкиәттәрҙе ҡулланыу ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

   Әкиәттәрҙе бөтәһе лә ярата: балалар ҙа, өлкәндәр ҙә. Өлкәндәрҙән айырмалы рәүештә, балалар әкиәтте яратып ҡына ҡалмай, уларҙы үҙҙәре йәшәгән донъя тип ҡабул итә. Әкиәт - балалар йөрәгенә асҡыс, ул универсаль уҡытыусы. Әкиәт ярҙамында бала тирә-яҡ донъяны аҡылы менән генә түгел, йөрәге менән дә ҡабул итергә өйрәнә.

   Әммә тәрбиәүи үҫешкә ирешеү өсөн баланы әкиәт менән таныштырыу оҫталығына ла эйә булырға кәрәк. Әкиәтте уҡыу, уның буйынса һорауҙар биреү, икенсеһен уҡый башлау ғына бик аҙ. Әкиәттең эстәлегенә айырым туҡталыу, уны уйнап күрһәтеү, төп мәлдәрен моделләштереү бик мөһим.Хәҙерге ваҡытта кескәйҙәрҙе әкиәттәр менән таныштырыу,халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн заман талаптарына тап килгән технологиялар бик күп. Шундай технологияларҙың береһе булып Николай һәм Александр Веракса авторҙарының “Әкиәт уйнайыҡ” технология тора. Ошо технологияға таянып, мин кескәйҙәрҙе башҡорт халыҡ әкиәттәре менән таныштырам. Был технология,балаға әкиәтте тиҙерәк үҙләштерергә ярҙам итә. Моделдәр, геометрик фигуралар әкиәтте хәтерҙә ҡалдырырға ярҙам итә.

WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.29 (2)
WhatsApp Image 2022-10-30 at 15.46.43
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.24
WhatsApp Image 2022-10-30 at 15.46.31
WhatsApp Image 2022-10-30 at 15.46.20
WhatsApp Image 2022-10-30 at 15.45.57
WhatsApp Image 2022-10-30 at 15.45.24
WhatsApp Image 2022-10-30 at 15.45.09
file
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.29
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.29 (1)
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.29 (1)
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.28 (2)
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.28
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.28 (1)
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.27
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.27 (1)
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.26
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.25
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.27 (2)
WhatsApp Image 2022-10-30 at 16.05.23
WhatsApp Image 2022-10-31 at 10.47.24
WhatsApp Image 2022-10-31 at 10.47.23
WhatsApp Image 2022-10-31 at 10.47.28
2.jpg
monrb-bot.png
313749a66c.png
WhatsApp Image 2023-01-12 at 06.32.55.jpeg
my_vk.png
persondeti.png
zx-3-2048x782.jpg
bottom of page