top of page
img1.png
img1.png
img1.png
img1.png
img1.png
img1.png

Грант эшмәкәрлеге
                     Грантовая деятельность

 

Бөгөн Интернет селтәрендә төрлө йүнәлештәге бик күп конкурстар барлыҡҡа килә, педагогтар уларҙа ҡатнаша ала. Конкурста ҡатнашыу-ул педагогтың ижади яҡтан үҫеше, ул яңы үрҙәр яулауға илһам  бирә. Мин, һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыусы педагог булараҡ, бик күп яңы мәғлүмәт алам  , сөнки һәр конкурс үҙеңә һәм эшмәкәрлегеңә бер аҙ икенсе күҙлектә  ҡарарға ярҙам итә. Ҡағиҙә булараҡ, конкурстарҙа ҡатнашыу һәм бының өсөн кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереү айырыуса ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Сөнки конкурсҡа йышыраҡ әҙер материалдар ебәрелә. Иң мөһиме-һәр конкурсҡа тейешле форма буйынса заявканы дөрөҫ тултырыу. Һәм, әлбиттә, һәр проектҡа күңелеңде һалырға кәрәк, юғиһә бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Һәр конкурс-ул, әлбиттә, һынау. Үҙеңде, көсөңдө, фантазияңды, уй-фекерҙәреңде һынау. Мин  бына өс йыл инде конкурсҡа заявкалар һәм проекттар яҙыуҙа әүҙем ҡатнашам

Грант проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ирекмән 2022 йыл
Башҡорт  телендә педагогик оҫтаханалар фестивале 
"Йәш педагог. Актив"

" Йәш педагог. Актив " педагогик оҫтаханалар фестивале проекты 60 йәш педагог мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында туған телдә белем биреүсе йәш педагогтар   һәм педагогия колледжының мәктәпкәсә белем биреү  бүлеге  студенттары өсөн ойошторолған . Фестиваль –  6 оҫтаханан торған   саралар циклы. Тәүге  Фестивалде асыу көнөндә , башҡорт теленең торошона бәйле,   туған телдә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы йәш педагогтарының һөнәри компетентлығын камиллаштырыу , улар араһында тәжрибә уртаҡлашыу кеүек мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Фестивалдең икенсе көнөндә  ике оҫтахана - " Яңы технологиялар буйынса балалар баҡсаһында башҡорт телен уҡытыу " һәм " Балалар баҡсаһында Интерактив башҡорт теле" тип аталған практикумдар  ойошторолдо. Өсөнсө көндө  "Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында туған башҡорт телен һаҡлау   һәм үҫтереү өсөн тиҙ старт "тип аталған Воркшоп оҫтаханаһы эшләне һәм  "Балалар баҡсаһында башҡорт теле түңәрәге" тип аталған оҫталыҡ  дәресе үтте. Дүртенсе көндө - "Башҡорт телен өйрәтеүҙең дистанцион формалары" тип аталған семинар һәм башҡорт телендәге йәнһүрәттәр Лабораторияһы оҫтаханаһы эшләне. Фестиваль педагогтар өсөн башҡорт теле буйынса Олимпиада менән тамамланды.

 

Участие в грантовых конкурсах

Сегодня в сети Интернет постоянно появляется множество конкурсов самых различных направлений, в которых может принять участие.

 Участие в конкурсе – это творческая самореализация педагога, оно дает вдохновение и стремление к новому. Я, как педагог, который участвует в профессиональных конкурсах, получаю огромное количество новой информации и приобретаю новые умения, так как любой конкурс помогает взглянуть на себя и свою деятельность немного иначе. Как правило, участие в конкурсах и оформление нужных для этого документов не вызывает особых затруднений. Ведь чаще всего на конкурс отправляются уже готовые материалы. Главное только правильно заполнить заявку по форме, прилагающейся к каждому конкурсу. И, конечно, в каждый свой проект нужно вкладывать душу, иначе ничего не получится. Любой конкурс – это, конечно же, испытание. Испытание себя, своих сил, своей фантазии, своих мыслей, своего мнения.

Вот уже 3 года я принимаю активное участие в написании конкурсных заявок и проектов и их реализации.  

Активный волонтер реализации грантовых проектов

2022 год

Фестиваль педагогических мастерских башкирского языка "Йəш педагог. Актив"
 

Проект Фестиваль педагогических мастерских "Йəш педагог. Актив"  организован для 60 молодых педагогов
ДОУ с обучением на родном языке и студентов дошкольного отделения педагогического колледжа. Фестиваль –
это цикл мероприятий, в рамках которых функционировало 6 мастерских. В первый день, в рамках открытия
Фестиваля,  обсуждены насущные вопросы, связанные с состоянием башкирского языка, а также
совершенствованием профессиональной компетентности молодых педагогов ДОУ с обучением на родном языке и
обменом опытом между ними.   Во второй день Фестиваля проведено 2 мастерских – Коучинг-занятие "Обучение башкирскому языку в детском саду по новым технологиям" и Практикум"Интерактивный башкирский в детском саду". На третий день работали мастерские - Воркшоп "Инструмент
быстрого старта для реализации сохранения и развития родного башкирского языка в ДОУ" и Мастер- класс
"Кружок башкирского языка в детском саду". На четвертый день - Семинар "Дистанционные формы
обучения башкирскому языку" и Лаборатория мультфильмов на башкирском языке. 
Завершился Фестиваль Олимпиадой для педагогов по башкирскому языку.

IMG-20221205-WA0052.jpg
1670318287189.jpg
22.jpg
1670401820479.jpg
IMG_20221207_091122.jpg
2.jpg
monrb-bot.png
313749a66c.png
WhatsApp Image 2023-01-12 at 06.32.55.jpeg
my_vk.png
persondeti.png
zx-3-2048x782.jpg
bottom of page