Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһының ҡала округы
Бала үҫтереү үҙәге - "Тейенкәй" балалар баҡсаһының
юғары квалификацион категориялы тәрбиәсеһе
Таһирова Альбина Булат ҡыҙының
шәхси сайты
Персональный сайт
Тагировой Альбины Булатовны
воспитателя высшей квалификационной категории
МДОБУ ЦРР - детский сад "Белочка"
городского округа город Сибай Республика Башкортостан
Балаларҙың фотоһүрәттәре ата-әсәләрҙең ризалығы менән сайтта урынлаштырылған. Сайтта урынлаштырылған бөтә материалдар автор тарафынан эшләнгән йәки Интернет селтәренең дөйөм ҡулланыштағы асыҡ ресурстарынан йыйылған тик белем биреү маҡсатында уҡыу өсөн тәғәйенләнгән, коммерция характерында түгел. Бөтә авторлыҡ хоҡуҡтары уларҙың хужаларына ҡарай.
Минең педагогик табышым
Минең педагогик табышым булып Николай Веракса һәм Александр Веракса авторҙарының «Әкиәт уйнайыбыҙ» технологияһы тора.
Беҙҙең балалар баҡсаһы 2017-2020 йылдарҙа «Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү инструменты булараҡ заманса белем биреү технологиялары» ҡулланыу буйынса инновацион майҙансыҡ булып торҙо. Ошо инновацион майҙансыҡта беҙ Николай Веракса һәм Александр Веракса авторҙарының «Әкиәт уйнайыбыҙ» технологияһы менән яҡындан таныштыҡ. Инновацион майҙансыҡтың етәксеһе булып Гасанова Рида Хәниф ҡыҙы булды.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә, һүҙлек запасын байытыуҙа, һүҙбәйләнештәр төҙөүҙә, фекерләү ҡеүәһен, логик фекерләүен үҫтереүҙә әкиәттәр ярҙамға килә. (әкиәттәрҙең йоҡонтоһо бихисап).
Хәҙерге ваҡытта кескәйҙәрҙе әкиәттәр менән таныштырыу, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн заман талаптарына тап килгән технологиялар бик күп.
Шундай технологияларҙың береһе булып Николай Веракса һәм Александр Веракса авторҙарының «Әкиәт уйнайыҡ» технологияһы булып тора.
Бөгөнгө көндә Н.Вераксаның һәм А.Вераксаның технологияһы буйынса “Шалҡан”, “Өс айыу”, “Тирмәкәй”, ”Өс сусҡа балаһы” рус халыҡ әкиәттәренә күрғәҙмә-дидактик материалдар һәм әсбәптәр сығарылған, улар тәрбиәселәр араһында киң ҡулланыла.
«Әкиәт уйнайбыҙ» технологияһының уҡытыу-методик ҡулланмаһына таянып кескәйҙәрҙе башҡорт халыҡ әкиәттәре менән дә таныштырам. Ошо технология таянып “Эш табылды”, “Кем көслө?”, “Эт үҙенә нисек хужа тапҡан” башҡорт халыҡ әкиәттәренә ике телдә күрғәҙмә-дидактик материалдар һәм методик ҡулланма сығарҙым.
Минең методик ҡулланмаларым
мои методические пособия
- УДК 373.2 ББК 71.1 Т12 Таһирова А.Б. Әкиәт уйнайбыҙ Башҡорт халыҡ әкиәте “Эш табылды”: методик ҡулланма. – Өфө:ӨФҺТУ-ның Редакция нәшриәт үҙәге.
УДК 373.2 ББК 71.1 Т12 Таһирова А.Б. Әкиәт уйнайбыҙ Башҡорт халыҡ әкиәте “Эт үҙенә нисек хужа тапҡан?”: методик ҡулланма. – Өфө:ӨФҺТУ-ның Редакция нәшриәт үҙәге.
- УДК 373.2 ББК 71.1 Т12 Таһирова А.Б. Әкиәт уйнайбыҙ Башҡорт халыҡ әкиәте “Кем көслө”: методик ҡулланма. – Өфө:ӨФҺТУ-ның Редакция нәшриәт үҙәге.
УДК 373.0 ББК 74.1/ Современные тенденции развития дошкольного и началшьного образования. Материалы всероссийской научно-практической конференции (международным участием), г. Уфа, 15-16 апреля 2021 г.- Уфа: ГАУ ДПО ИРО РБ, 2021.
ИРО РБ Всероссийская научно-практическая конференция (международным участием) «Современные тенденции развития дошкольного и начального образования», 2021 год
Тема: «Инновационные технологии как инструмент развития связной речи детей дошкольного возраста в условиях реализации ФГОС ДО»
Ата-әсәләр менән эш Работа с родителями
Ата-әсәләр йыйылышы Родительское собрание
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәр үҫеше проблемаһын мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы шарттарында ғына түгел, ғаиләлә лә хәл итергә кәрәклеген аңлайбыҙ. Шуға күрә "Күбәләктәр" төркөмөндә "Мәктәпкәсә йәштәге балалар һүҙлеген үҫтерәбеҙ" темаһы буйынса педагогик ҡунаҡхана ойошторолдо. Унда ата-әсәләр Н.Е. Веракс, А.Н .Веракс технологиялары менән танышты..
"Тирмәкәй" әкиәте ата-әсәләр күҙлеге аша Сказка "Теремок" глазами родителей